Бөтә яңылыҡтар
Ҡоролтай һулышы
16 Сентябрь 2021, 12:47

Эштәр башланды

Башҡортостанда "Айыҡ ауыл – 2021" конкурсы башлана, тип хәбәр иткәйнек.#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #АйыҡАуыл2021 #ТрезвоеСело2021 #конкурс

Эштәр башланды
Эштәр башланды


20 сентябрҙә "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башлай. 2019 йылда ошондай ғаризаны 464 ауыл тапшырһа, 2020 йылда тораҡ пункттарҙың һаны 2114-кә етте. Еңеүселәр һәм призерҙар аҡсалата бүләктәр алды. Беренсе урын яулаған ауылдарға – 5-әр, икенселәргә – 3-әр, өсөнсө урынды алыусыларға 2-шәр миллион һум аҡса бирҙеләр, был сумма ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн файҙаланыла.

Әлеге ваҡытта аҡсалата бүләктәр еңеүселәр иҫәбенә күсә башлаған, райондарҙа төҙөкләндереү эштәре башланған.

Мәҫәлән, Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында тиҙҙән балалар спорт майҙансығы, хоккей ҡабы, ял паркы барлыҡҡа киләсәк. Благовар районында Үрге Ҡарғалы ауылы халҡы хоккей ҡабы эшләргә ниәтләй. Подрядчик билдәле, сентябрь аҙағында эштәр башланасаҡ.
Көйөргәҙе районында ла эштәр бара. Яҡут ауылында паркты төҙөкләндерәсәктәр, шулай уҡ, хоккей ҡабы эшләү күҙаллана. Һыу башняһына капиталь ремонт яһау ҙа ҡаралған.
Бөрйән районының Брәтәк ауылында “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп алған аҡсаны спорт, балалар майҙансыҡтарын төҙөргә, тренажерҙар һатып алыуға тотонмаҡсылар. Ә әбйәлилдәр балалар майҙансығы, янғын һүндереү депоһы төҙөргә ниәтләй.

Эштәр башланды
Эштәр башланды
Автор:
Читайте нас: