Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
16 Май 2022, 10:17

Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат

Оло Шаҙы ауылында йәшәүсе Ирина Яҡупованың ҡул эштәренә һоҡланмайса мөмкин түгел. Ул бала саҡтан сигергә, бәйләргә ярата. Әлеге ваҡытта фоамирандан төрлө сәскәләр, гөлдәр, ҡурсаҡтар, яҡтыртҡыс эшләй.

Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат
Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат

Ҡул эштәренә һөйөү уның әсәһенән һәм өләсәһенән күскән.
— Өләсәйем дә, әсәйем дә һәр ваҡыт ҡул эше менән булашыр ине. Ауыл ҡатын-ҡыҙының эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй торған булһа ла, бәйләргә, сигергә ваҡыт таба инеләр. Уларға ҡарап мин дә ҡул эштәре менән шөғөлләнә башланым, — ти Ирина Яҡупова.
Ирина апай Оло Шаҙы ауылында Зенфира һәм Барис Ғәниевтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән егәрле, маҡсатсан булып үҫә. Тормош иптәше итеп ауылдашы Ришат Ғлимхан улын һайлай. 1985 йылда гөрләтеп туй үткәреп, ғаилә тормошона аяҡ баҫалар. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы өс балаһы донъяға килә. Бөгөн улар барыһы ла үҙ ғаиләһен ҡорған, балалар үҫтерә. Ирина Барис ҡыҙы һигеҙ ейән-ейәнсәргә өләсәй булған. Өс балаһы ла Бөрө ҡалаһында төпләнгән. Ата-әсә йортона йыш ҡайтып, ярҙам итеп торалар. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, Ирина һәм Ришат Яҡуповтар мал-тыуар тота, баҡса үҫтерә. Һуңғы ваҡытта ул фоамирандан төрлө гөлдәр, сәскәләр эшләү менән шөғөлләнә башлаған.
2019 йылда бик ауыр сирләнем. Үлем менән йәшәү араһында булдым, тиһәм дә була. Дауахананан ҡайтҡас, ауыр эш эшләргә ярамай, нимә менәндер шөғөлләнергә, ваҡытты нисек тә үткәрергә кәрәк ине. Шул ваҡытта интернетта фоамирандан ҡул эштәре күреп, ҡыҙыҡһыныу уянды. Башлап ҡарарға булдым. Беренсе ваҡыттарҙа материалды туғандарым аша алдырҙым. Интернеттан видеодәрестәр ҡарап, төрлө сәскәләр эшләнем. Был шөғөл күңелемә ятты.

Тормош иптәшем Благовещен ҡалаһында вахта ысулы менән эшләй. Ул киткәндә өйҙә яңғыҙ ҡалам. Ҡулда эш булғас, ваҡыт та тиҙерәк үтә, яңғыҙлыҡ һиҙелмәй. Илһам килгәндә төн уртаһында тороп та эшләй алам. Шағирҙарҙы әйтәләр бит әле, ҡайҙа, ҡасан илһам килә, шул ваҡытта шиғыр ижад итәләр, тип. Ҡул эштәре лә шулай, бер башлаһаң, башың менән сумаһың, тиҙерәк эшләп бөтмәйенсә тынысланып булмай. Материалды интернет аша Ҡазан, Ижевск, Өфө ҡалаларынан заказ менән алдырам. Хәҙер рәхәт, уңайлы, заказ почтаға килә, — ти ул.
Ҡул эштәренә күңел йылыһын һала Ирина Барис ҡыҙы. Йортона инһәң, ул тыуҙырған матурлыҡты күреп, күҙҙәр ҡамаша. Был шөғөлө уға аҙмы-күпме килем дә килтерә, сөнки күбеһен заказға эшләй. Фоамирандан яһалған сәскәләргә, ҡурсаҡтарға һорау ҙур.
— Һәр кешенең күңеленә ятҡан шөғөлө була. Ҡул эштәрем кешегә оҡшай икән, уларға матурлыҡты еткерә алам икән, тимәк, мин бәхетле. Кешегә файҙалы булыу — үҙе ҙур ҡыуаныс. Тағы ла мин үҙемдең ғаиләм, күршеләрем менән бәхетлемен. Аллаға шөкөр, Хоҙай уларҙан айырмаһын, — ти Ирина Яҡупова.


Лилиә Хәсәнова.
Мишкә районы.

Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат
Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: