Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Оҫта ҡулдар
28 Апрель 2022, 16:25

Биҙәктәргә ялғап биҙәкте

Гөлфизә Мәғрүф ҡыҙының ҡул эштәренән матурлыҡ һәм йылылыҡ бөркөлә Ҡышҡы сатлама һыуыҡта, көҙгө әсе елдәрҙә, бер туҡтауһыҙ ямғыр яуғанда ла был өйҙөң ишеген асыу менән йәмле, аллы-гөллө сәскәләр менән ҡапланған йәйге болонға аяҡ баҫҡан кеүек хис итәһең үҙеңде. Күҙ нурҙарын ҡушып, ҡабатланмаҫ биҙәктәр менән сигелгән таҫтамалдар, мендәр тыштары, шаршауҙар. Биҙәктәрҙең ниндәй генә төрҙәре юҡ – таждар, япраҡтар, сәскәләр...

Биҙәктәргә ялғап биҙәкте
Биҙәктәргә ялғап биҙәкте

Бында йыл әйләнәһенә күбәләктәр, ҡоштарҙы күреп, күңелдәр күтәрелеп китә. Был әкиәттә түгел, ябай ауыл өйөндә. Уның хужабикәһе лә бик сибәр Гөлфизә Мәғрүф ҡыҙы Зиннурова. Уның яратҡан шөғөлө — сигеү.
Гөлфизә апай 1957 йылдың 8 ғинуарында Мишкә районы Татарбай ауылында Вәкифә Ғайнан ҡыҙы һәм Мәғрүф Сабирйән улы Сабирйәновтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Ғаиләлә дүрт бала үҫкәндәр: ике ҡыҙ һәм ике малай.
Дүртенсе класта уҡығанда ул үҙ аллы сигергә өйрәнә. Шул ваҡыттан сигеү күңеленә ята һәм бөгөнгәсә  яратҡан шөғөлөн ташламай.
— Дүртенсе класта уҡығанда өйҙә бик матур, төрлө ептәрҙән булған таҫтамал барлыҡҡа килде. Етмәһә, ул бик яйлы ғына һүтелә лә бит әле. Шул таҫтамал ептәрен һүтеп алып, икенсе материалға һүрәт төшөрөп, бер кемгә лә әйтмәйенсә, ҡасып ҡына сигә башланым, — тип көлөп иҫкә алды яратҡан шөғөлөнә өйрәнгән ваҡыттарын.
Киргеһенең булмауына ла аптырап тормай кес кенә ҡыҙ. Уны ул замандарҙа һатыуҙа булған “Айва” повидлоһының банка төбө алыштырған. Бала саҡтан күңел түренә кереп урынлашҡан был шөғөлө ғүмере буйына һуҙылған. Яҙмыш ниндәй генә һынауҙар әҙерләп тороуға ҡарамаҫтан, Гөлфизә апай сигеүен ташламаған. Теләк булһа, беләк ҡарышмай, тигән ата-бабалар. Тик шулай ҙа... Иңдәренә төшкән ауырлыҡтарҙы күтәрергә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға, эштә лә алдынғылар рәтендә булырға, шул арала сигергә лә нисек ваҡыт тапты икән ул?
Был һорауға Гөлфизә Мәғрүф ҡыҙының яуабы әҙер: “Сигеү мине тынысландыра, уйҙарымды тәртипкә һалырға ярҙам итә. Мин сиккәндә ял итәм. Хатта ваҡыт тураһында онотҡан саҡтар ҙа була. Ирем, Фәтих Хөрмәтулла улы, ауыр сирҙән терелә алмайса, беҙҙе ҡалдырып мәңгелеккә киткәс, юғалтыу ғазаптарын кисерергә, артабан йәшәү өсөн көс табырға яратҡан шөғөлөм бик ярҙам итте”, — ти ул.
Эйе, ауыр ҡайғылар кисерергә тура килгән уға. Ире менән 13 йыл ғына бергә йәшәп ҡалғандар. Ике балаһын – улы Фидәрис һәм ҡыҙы Фидәлиәне яңғыҙы аяҡҡа баҫтырырға тура килгән Гөлфизә апайға. Балалары хаҡына, төшөнкөлөккә бирелмәйенсә, тырышып эшләгән. 12 йыл фермала һыйыр һауған, алдынғылар рәтендә булған. Тырышлығы өсөн Мишкә совхозы рәйесе уны Чехословакиялағы ял йортона 24 көнлөк юллама менән бүләкләгән. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, 20 йылдан артыҡ һөт йыйыусы булып хеҙмәт иткән. Был эшендә лә һынатмаған, уңыштарға ирешкән. Күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, гәзит биттәрендәге уға бағышланған мәҡәләләр быға дәлил булып тора.
Хәҙер Гөлфизә апай хаҡлы ялда. Тәмле аштарын бешереп, һағынып, балаларын ҡаршы ала. Улар икеһе лә үҙ ғаиләһе менән йәшәй, балалар үҫтерә. Йыш ҡайталар, сөнки тыуған йортта әсәләре көтә. Төрлө төҫтәге ептәргә күңел йылыһын да өҫтәп, Гөлфизә Мәғрүф ҡыҙы улар ҡайтыуға бүләк әҙерләй...


Әнүзә Сафина.

Биҙәктәргә ялғап биҙәкте
Биҙәктәргә ялғап биҙәкте
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: