Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл тулыу уңайынан үткәреләсәк саралар планына арналған ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы.
Һәр ведомство башлығы үҙ тармағында ниндәй саралар үткәреләсәге тураһында һөйләне. Байрамдың төп геройҙары – ветерандар һәм уларға тиңләнгән кешеләр төрлө яҡлы социаль ярҙам һәм түләмдәр аласаҡ.
9 май көндө Өфөлә Еңеү парады үткәреләсәк. Унда 1500 самаһы кеше ҡатнашасаҡ, бөтәһе 22 коробка һәм оркестр үтәсәк. Хәрбиҙәр араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа буласаҡ. Бынан тыш ете берәмек Бөйөк Ватан һуғышы ваҡыты техникаһы һәм 13 берәмек заманса хәрби техника, биш вертолет һәм 10 еңел авиация самолеты ҡатнаша.
Урал Килсенбаев күтәргән мөһим тема һәйкәлдәр, обелисктар һәм мемориаль таҡталарға арналды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫмерҙар һәм йәштәр араһында уларҙы емергән йәки мыҫҡыл итеп көлгән кешеләр бар. Был йәһәттән Урал Таһир улы күптән түгел Учалы районында булған хәлде иҫкә төшөрҙө. Унда 12 йәшлек ҡыҙ бала һәйкәлгә төкөрөп видео төшөргән.
– Үҫмерҙәргә һәм йәштәргә айырым иғтибар бүлеүегеҙҙе һорайым. Беҙ бәхетле быуын, сөнки Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән йәнле аралашыу бәхете тейҙе. Һәр ғаиләнең тиерлек һуғышта ҡатнашҡан туғандары һәм яҡындары булған бит. Ә беҙҙең балаларыбыҙ Икенсе донъя һуғышы осоронда ысынбарлыҡта булған ваҡиғаларҙы күберәк тарих дәреслектәренән белә. Һөҙөмтәлә Учалылағы кеүек хәлдәр килеп сыға. Әлбиттә, балалар үҙҙәре лә нимә эшләгәндәрен насар аңлай. Уларҙың тәртибе өсөн өлкәндәр яуап бирергә тейеш. Атап әйткәндә, мәғариф учреждениеларында тәрбиәүи эш өсөн яуаплы кешеләр”, - тине Урал Килсенбаев.
Бөгөн республикала 2410 мемориал һәм 312 тематик аллея бар. Тантаналы сараларҙың күпселеге улар янында үтәсәк, шуға күрә бөтәһе лә яҡшы торошта булырға тейеш, тиелде. Быны Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм район хакимиәттәре тәьмин итергә тейеш.
Һәр бер уҡыу йортонда – балалар баҡсаһында, мәктәптә, колледжда һәм вузда бик күп саралар ҡаралған. Төп эш йәштәр менән эшләүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Шулай уҡ сауҙа үҙәктәрен, магазиндарҙы Еңеүҙең 80 йыллығына арнап биҙәргә ҡушылды. Автобустар, трамвайҙар һәм троллейбустар шулай уҡ еңеү символикаһы, логотиптар менән биҙәләсәк.
Мәҙәниәт, спорт учреждениелары бик ҙур саралар планын әҙерләгән. Дөйөм алғанда, быйыл йыл буйы барған саралар ошо мөһим датаға арналасаҡ. Ә киң мәғлүмәт саралары уларҙы тулы кимәлдә яҡтыртасаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.