Йәнтөйәк
+4 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Января 2025, 05:00

Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо

Ауыл халҡы быйыл да Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнаша. #ППМИ2025

Добавить в предпочтительные источники Google
Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙоСолтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо
Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо

 

Солтанбәк ауылы халҡы  үткән йылдың ноябрендә үткән  тәүге йыйылышта бер тауыштан Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға теләк белдерә.

Улар  МТЗ-82 тракторы өсөн үҙбушатҡыс арба, шулай уҡ зират өсөн перфоратор һәм бензин генераторы һатып алырға ҡарар итә.

Ошо проектты  яҡлап,  төрлө мәҙәни һәм спорт  саралары үткәрәләр.

 Күптән түгел  ауыл йәштәрен йыйып,  волейбол турниры  ойошторҙолар.

 Сара  тәжрибәле уйынсыларҙы, шулай уҡ волейболды үҙ итеүселәрҙе  берләштереп,  дуҫлыҡ һәм ярҙам мөхитендә  уҙҙы. Турнирҙа ҡатнашыусы өс команда арарһында  “Кәләсәй” – 1-се, “Унияз”- 2-се,  “Туғанай” 3-сө урын яуланы.

Проектты тормошҡа ашырыуҙа солтанбәктәргә тик уңыштар теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо
Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо
Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо
Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо
Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо
Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо
Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо
Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо
Солтанбәктәр волейбол турниры ойошторҙо
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас