Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһы мәктәптәренән 316 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үҙ белемдәрен һынап ҡарау өсөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына йыйылды.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан 39-сы тапҡыр ойошторола. Унда мәктәп, муниципаль этаптарҙы уңышлы үткән 9-сы, 10-сы, 11-се класс уҡыусылары ҡатнаша. Олимпиаданы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә Өфө фән һәм технологиялар университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ойошма, Өфө ҡалаһы Хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтә.
Олимпиадала ҡатнашыусылар һаны ла йылдан-йыл арта бара: уҙған йылда 287 уҡыусы булһа, быйыл ҡышҡы һауа торошона ла ҡарап тормай 316 бала һуңғы йомғаҡлау этабына килде. Олимпиаданың абруйы үҫеүенә уның Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы бойороғо менән раҫланған олимпиадалар һәм конкурстар исемлегенә биш йыл рәттән индерелеүе лә, еңеүселәргә һәм призерҙарға Башҡортостан Республикаһында эшләп килеүсе юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән ваҡытта балдар өҫтәлеүе лә, йыл да Республика Башлығы премияһы тапшырылыуы ла ныҡ булышлыҡ итә.
Быйылғы олимпиаданың еңеүселәрен һәм призерҙарын 10 ғинуарҙа Өфө ҡалаһының мәҙәниәт йортонда үткән тантаналы сарала тәбрикләнеләр. Әйтергә кәрәк, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе башҡа милләт уҡыусылары араһынан еңеүселәр айырым билдәләнә.
Районыбыҙҙан Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Вилена Фәүзәт ҡыҙы Фәтхетдинова етәкселегендә ете уҡыусы ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә иреште. Уларҙың барыһы ла башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
Асҡын 2-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Азалия Шаһиева (уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина) төбәк-ара олимпиадала еңеү яуланы.
Асҡын 2-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусылары Нургизә Рамазанова, Линара Зыятдинова
(уҡытыусылары Вилена Фәтхетдинова), Сулпан Ғабдуллина (уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина), 10-сы класс уҡыусыһы Ралина Ғайсина (уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина), Асҡын 1-се урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Альмир Хафизйәнов ( уҡытыусыһы Ләйсән Ғәйнелйәнова), 9-сы класс уҡыусыһы Рәмзил Шәйхинуров (уҡытыусыһы Илүзә Хәйруллина) призер булды.
Телһөйәр, рухлы, тырыш уҡыусыларҙы һәм уларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Артабан да уңыштар, яңы бейеклектәр теләйбеҙ!
Наилә Имаева.