Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар , 09:25

Өйҙәрендә... мини-цех

Балтас районының Сәйтәк ауылында йәшәгән  Гөләмзиә һәм Рәмзәүи Сафиндарҙы эшһөйәр һәм илһөйәр ғаилә булараҡ беләләр. 

Өйҙәрендә... мини-цех
Өйҙәрендә... мини-цех

Балтас районының Сәйтәк ауылында йәшәгән  Гөләмзиә һәм Рәмзәүи Сафиндар йорттарында маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн яйланма яһаған. Уларҙың өйө хәҙер мини-цехты хәтерләтә, тип яҙа  “Балтач таңнары”. 

Яугир яҡташтарының яҙмышы өсөн борсолған һәм  уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҙур теләк менән селтәр үрергә йөрөй.

– Алты маскировкалау селтәре үрҙек. Эш шаҡтай ваҡытты ала. Барыһын да үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләйбеҙ.  Бығаса ҡышҡы осор өсөн маскировкалау селтәрҙәре үрҙек, хәҙер инде “дала” һәм “урман” селтәрҙәрен үрәбеҙ. Үреү технологиялары һәм төҫтәр бөтөнләй башҡа. Һаман өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ, ҡулыбыҙҙы шымартабыҙ. Ярҙам итергә теләгән, эшебеҙҙе тиҙләтергә булышҡан һәр кемгә шат буласаҡбыҙ. Беҙ ни ҡәҙәр күберәк булһаҡ, шунса күберәк эшләй аласаҡбыҙ, – ти Гөләмзиә ханым.

Фото: https://baltachtan.ru

Автор:Дина Арсланова

Өйҙәрендә... мини-цех
Өйҙәрендә... мини-цех
Өйҙәрендә... мини-цех
Автор:
Читайте нас: