Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар , 11:00

Инәйем бик ныҡ ауырый башлағайны...

"Һиңә һоло ғына ярҙам итәсәк. Бер тоҡ һоло ал һәм уны күренгән урын­ға ҡуй..." - тигән танышы.  

Инәйем бик ныҡ ауырый башлағайны...
Инәйем бик ныҡ ауырый башлағайны...

"Серләшәйек" төркөмөндә Салауат районынан Хәлиҙә исмеле апайҙың бик фәһемле яҙмаһы сыҡҡан. Бәлки, һеҙгә лә ярҙамы тейер.

"Инәйем улын ерләгәндән һуң бик ҡаты ауырый башланы: аяҡ-ҡулдары ҡалтырай, көскә атлап йөрөй, баҫып торғанда ла берәй нәмәгә таяна. Шул саҡ уға танышы бер рецепт тәҡдим иткән: «Һиңә һоло ғына ярҙам итәсәк. Бер тоҡ һоло ал һәм уны күренгән урын­ға ҡуй. Көн һайын өс литр һыуға 9 ҡалаҡ һоло һалып, шуны бер сәғәт талғын утта бешер, төнгөлөккә плитәнең ситендә ҡалдыр, шул килеш быҡһын. Көндөҙ күпме теләйһең, шул тиклем ошо төнәтмәне эсергә мөмкин. Иң мөһиме – эсеп бөтөргә кәрәк».

Инәйем шулай итте лә. Тоҡтоң яртыһы бөтөүгә аяҡ-ҡулдары ҡалтырау­ҙан туҡтаны, аҙымдары ышаныслыраҡ була башланы. Шуға ҡарамаҫтан, тоҡтағы һоло бөткәнсе төнәтмәне эсеүен дауам итте. Инәйем 90-ды үткәнсе йәшәне. Ғүмер буйы шул танышына рәхмәт уҡыны. Ошо хәлде иҫләп, мин дә һоло менән ҡыҙыҡһынғайным. Һоло В төркөмө витаминдарына, ферменттарға, шифалы минераль матдәләргә бай. Уның төнәтмәһе менән, ысынлап та, нервы системаһын, йөрәкте, бауырҙы, ашҡаҙан-эсәк юлын дауалайҙар. Һоло һаламы төнәтмәһенән ванналар фалиждан, ревматизмдан, дерматиттан ярҙам итә", - тип яҙған ул.

Әйткәндәй, һолонан эшләнгән буҙаның да организм өсөн шундай уҡ файҙаһы бар.

Фото: avangard-kushn.ru

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-01-07/in-yem-bik-ny-auyryy-bashla-ayny-4075673?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: