Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар , 15:00

Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?

2025 йылдың 1 июленән республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү арттырыла.

Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?
Беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Башҡортостанда 1 ғинуарҙан 31 мартҡа тиклемге осорҙа  Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән  контракт төҙөгән яугирҙәргә түләүҙәрҙе арттырҙылар. Улар бер тапҡыр ике миллион һум күләмендә түләү аласаҡ. Аҙаҡ ай һайын яугиргә 200 мең һумдан ашыу суммаға эш хаҡы түләйәсәктәр.

2025 йылдың 1 июленән республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү арттырыла. Уртаса ул 14,6 процентҡа күтәреләсәк. Былтыр ул 13,6 процентҡа арттырылғайны.

Яңы йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь дәүмәле артты. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова  әйтеүенсә, район коэффициенты менән бергә ул айына 25 806 һум тәшкил итте. Бюджеттан тыш сектор өсөн – 27 277 һум. Тимәк, эш биреүсе хеҙмәткәре өсөн эш хаҡын ошо күрһәткестән дә кәмерәк ҡуя алмай.

Шулай уҡ йәшәү минимумы 14,8 процентҡа артты һәм йән башына 17,733 һум тәшкил итте. Хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр өсөн – 19 329 һум, пенсионерҙар өсөн – 15 250 һум, балалар өсөн – 17 201 һум. Ошо күрһәткескә ҡарап, социаль түләүҙәр билдәләнә.

Ғинуар каникулдарында быйыл да  “ҡоро закон” индерелде, йәғни айырым сәғәттәрҙә алкоголь һатыу тыйылды.  Бөгөн, 5 ғинуарҙа, 17:00 сәғәттән 10:00 сәғәткә тиклем алкоголле эсемлектәр һатылмаясаҡ. Иртәгә, 6 ғинуарҙа, 17:00 сәғәттән 23:00 сәғәткә тиклем шулай уҡ спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тыйыла. Кафе һәм ресторандарға сикләүҙәр ҡағылмай, улар ғәҙәттәгесә эшләй.

 Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2025-01-05/be-e-nind-y-g-resht-r-k-t-4075710?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: