Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар , 10:00

Йондоҙнамә

(6–12 ғинуар)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Осор аралашыуға бай булмаҡсы. Бәғзеләр ниндәйҙер күмәк эш тураһында һөйләшә алыр. Ул эшегеҙҙең уйлағандан күпкә мәшәҡәтлерәк булыуы ла ихтимал. Йомала ҡулығыҙға бер аҙ аҡса инер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Шаршамбыла етеҙ булыуығыҙ мөһим. Өйөгөҙҙә лә, эшегеҙҙә лә эске тауышығыҙға таянып эш итегеҙ. Ул дөрөҫ йүнәлеште күрһәтер. Кесе йомала үҙегеҙгә яңылыш өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырыуҙан һаҡланығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Артыҡ ҡыҙыу булыуығыҙ ҡайсаҡ ҡамасаулап торор. Шишәмбелә был холҡоғоҙ хатта ара боҙолоуға ла килтерер. Бәғзеләр яңы килем сығанаҡтарын эҙләү менән мәшғүл булыр.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Был арала һеҙгә күпте булдырырға кәрәк. Шишәмбелә бөтөнләй көтөлмәгән эш өҫтәлеүе лә бар. Ул ҡатмарлы булырға оҡшай. Ғөмүмән, уны башҡарырға көс һәм теләгегеҙ етергә тейеш. Тик уларҙы тейешле йүнәлешкә ебәреүегеҙ мөһим.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Аҙн үтә мәшәҡәтле булмаҡсы. Һуңғы арала йорт-хужалыҡ мәсьәләләре лә йыйылып китте кеүек. Шишәмбелә яҡын кешегеҙҙең кәңәше башығыҙҙы бутар. Кесе йома яҡшы хәбәр килтерер. Күңелегеҙ бер аҙ тынысланыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Ялҡауҙар ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалыр. Тырыш кешеләр эш менән булыр. Шаршамбыла ниндәйҙер яуаплы ҡарар ҡабул итерһегеҙ. Шәмбеләге ваҡиғаны аҙаҡ көлөп иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ, моғайын.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Осорҙо тыныс ҡына үткәрергә уйлағайнығыҙ кеүек. Тик һеҙ өмөт иткәнсә килеп сыҡмаҫ, ахыры. Шаршамбыла ниндәйҙер йорт-хужалыҡ мәсьәләһен ашығыс сисерһегеҙ. Өйҙәгеләр ҙә төрлө мәшәҡәтте өҫтәп кенә торор.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Элек дошман булғандар ҙа һеҙгә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртер һымаҡ. Барыһы менән дә еңел уртаҡ фекергә килерһегеҙ. Йомала кемдер ярҙам һорап мөрәжәғәт итер, бәлки.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Шишәмбеләге хәлдәр алдан төҙөлгән ҡайһы бер ниәтегеҙҙе үҙгәртеүгә килтерер. Шулай ҙа бынан бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ. Был арала көтөлмәгән осрашыуҙар булыуы ла ихтимал.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Шишәмбелә һис тә уйламаған яҡтан аҡса килер. Шаршамбыла, киреһенсә, көтөлмәгән һәм кәрәкмәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ. Ошо арала ниндәйҙер тәҡдим ишетеүегеҙ бар. Йондоҙҙар унан баш тармаҫҡа ҡуша.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҙна ҡыуандырып торор. Күптәрҙең кәйефе күтәренке булыр. Бәғзеләр тормошҡа икенсерәк ҡарай башлар. Киләсәккә ниндәйҙер яңы өмөттәр тыуыр. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Шаршамбыла өмөтлө күренгән хәбәр ишетерһегеҙ. Уға ышанырға ашыҡмауығыҙ хәйерле. Кемдер аҫтыртын маҡсат менән башығыҙҙы бутарға тырышыр. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, барыһын да ентекләп тикшерергә ҡуша.

ӨМӨТБАЙ.

https://ye102.ru/articles/mahsus/2025-01-05/yondo-nam-6-12-inuar-4068126

Автор:
Читайте нас: