Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Ғинуар , 12:00

Һөйөнсө! Пособие артҡан!

Буласаҡ әсәйҙәргә яҡшы хәбәр: йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие күләме күтәрелгән. 

Һөйөнсө! Пособие артҡан!
Һөйөнсө! Пособие артҡан!

Рәсәйҙең Социаль фондынан хәбәр итеүҙәренсә, түләү ҡатындың декретҡа тиклемге ике йыллыҡ уртаса эш хаҡынан сығып иҫәпләнә.

Белеүегеҙсә, быйыл илдә МРОТ - 22 440 һум. Ә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие шул күләмдә:

140 көн өсөн минимум - 103 285 һум, максимум - 794 355 һум.

156 көн өсөн минимум — 115 089, максимум — 885139 һум.

194 көн өсөн минимум — 143 123, максимум — 1 100 750 һум.

Теүәл генә күләме ҡатындың эш хаҡына бәйле.

Фото: автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-01-05/y-ns-posobie-art-an-4075625
Читайте нас: