“Йыл да ҡышҡы каникул ваҡытында йәш китап уҡыусыларыбыҙ һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ҡышҡы күңелле уйындар үткәрәбеҙ. Быйыл да байрам бик күңелле булды. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу сараға тағы ла йәм өҫтәне, балаларға күстәнәстәр таратты.
Байрамға килеүселәр кем уҙарҙан йомаҡтар систе, һорауҙарға яуап бирҙе. Ҡоймаҡ менән ҡайнар сәй эсеп алғас, барыһы ла күңелле уйындарҙа һәм конкурстарҙа ҙур теләк менән ҡатнашты һәм бүләктәр алып ҡыуанды.
Байрам аҙағында тағы ла күстәнәстәр менән сәй эсеп алғас, урындағы клубҡа индек. Унда эшләүсе Миңһылыу Исламова балаларға күңелле дискотека ойошторҙо. Байрамды әҙерләп үткәрергә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткерәм”, - тине Иҫке Ҡаҙансы ауылы китапханаһы китапханасыһы Гөлфинә апай Исламова.
Наилә Имаева.