Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ғинуар , 09:55

Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: һауа торошо ныҡлы боҙола

Бик ныҡ кәрәк булмаһа, өйҙә ҡалыу хәйерле!     

Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: һауа торошо ныҡлы боҙола
Ҡотҡарыусылар иҫкәртә: һауа торошо ныҡлы боҙола

Бөгөн, 5 ғинуарҙа Башҡортостанда елдең көсәйеүе көтөлә, көсәйгәндә секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртте.

- Республика буйынса урыны менән ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ булыуы, буран сығыуы, көнсығышта көслө ҡар яуыуы, автомобиль юлдарының айырым участкаларында ҡарҙа, буранда 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе көтөлә, - тип белдерҙеләр ведомствола.

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә лә һауа торошо боҙола. Граждандарҙы яҡлау идаралығында ла елдең тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем етеүе хаҡында иҫкәрттеләр. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, был төндә һәм көндөҙ һауа температураһы 0, 2 градус тәшкил итәсәк, кискә -2,-4 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2025-01-05/ot-aryusylar-i-k-rt-aua-torosho-ny-ly-bo-ola-4075127?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:
Читайте нас: