Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Ғинуар 2025, 05:30

Йорттары балҡып тора

Солтанбәктәр  Яңы йылды  үҙенсәлекле ҡаршы ала.  

Йорттары балҡып тораЙорттары балҡып тора
Йорттары балҡып тора

 

Яңы йыл алдынан Солтанбәк ауыл Советы  йорттарҙы һәм йорт алдарын байрамса биҙәү буйынса конкурс иғлан итә. Әлбиттә, халыҡ теләп ҡушыла. Кем уҙарҙан  йорттарын гирляндалар   менән биҙәп, йорт алдарына  ҡарҙан төрлө һындар яһап ҡуя.

Ойоштороусылар иң-иңдәрен һайлап, тауыш биреүгә ҡуя. Һөҙөмтәлә Нәзифә һәм Азат Рәхимйәновтарҙың йорто -1-се,  Мәүзәлиә һәм Азамат Хәсәновтарҙың йорто – 2-се,   Рәшиҙә һәм Рәүзәт Хафизйәновтарҙың йорто 3-сө урынға лайыҡ була.

Иң өлкән бәйгесе  Рауил Рәхим улы Васбиев та  бүләкләнә.  Розалия һәм Шәрифйән Факкаровтар,  Эльза  һәм Фәзғәт Фазлыәхмәтовтар ҙа конкуста ихлас ҡатнаша.

Афарин, солтанбәктәр! Яңы йылға шулай яҡшы кәйефтә, башҡаларға матурлыҡ өләшеп, аяҡ баҫа уңған, тырыш ғаиләләр.

 Наилә Имаева.

 

Йорттары балҡып тора
Йорттары балҡып тора
Йорттары балҡып тора
Йорттары балҡып тора
Йорттары балҡып тора
Йорттары балҡып тора
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас