Был хәл 1 ғинуар кисен Белорет ҡалаһының “Металлург” стадионы биләмәһендә була. Баланы Баш мейеһе һелкенеүе диагнозы менән Белорет дауаханаһының травма бүлегенә оҙатҡандар.
Һуңыраҡ асыҡланыуынса, Өфө районынан ата-әсәһе менән ҡунаҡҡа килгән 11 йәшлек малай зыян күргән.
“Металлург” стадионы етәкселеге белдереүенсә, стадион биләмәһендә тюбингта шыуыу тыйылған, был хаҡта иҫкәртеү иғландары ла бағаналарға эленгән.
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, балаларҙың хәүефһеҙлеге хаҡында ономағыҙ, тик махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына тау шыуығыҙ.
Фото сығанағы: https://t.me/c/2188281325/2430