Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Ғинуар 2025, 09:10

Биш малай һәм биш ҡыҙ тыуҙы!

Ата-әсәләренә килгәндә...

Биш малай һәм биш ҡыҙ тыуҙы!Биш малай һәм биш ҡыҙ тыуҙы!
Биш малай һәм биш ҡыҙ тыуҙы!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы йылдың тәүге көнөндә социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә матур яңылыҡ менән бүлешкән. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар.

“Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда 10 бала – 5 малай һәм 5 ҡыҙ тыуған. Тәүгеләрҙән булып ике сабый донъяға килгән – Өфөләге Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһында һәм Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында. Һүҙ Юлия менән Игорь Тудаковтарҙың ҡыҙы һәм Рукияхон менән Рәүҙәт Хәкимовтарҙың улы тураһында бара.

Бөтә балаларға, уларҙың ата-әсәләренә ныҡлы һаулыҡ теләйем! Ә Яңы йылда дежурҙа булған бөтә табиптарға оло рәхмәтемде еткерәм. Барыһына ла уңыштар!” - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фото Р. Хәбировтың шәхси сәхифәһенән. 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева

Автор:
Читайте нас