Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Декабрь 2024, 05:55

Байрам кәйефе бүләк итәләр

Шишмә-Үрәкәй ауылында  йәшәүсе Люда һәм Зинфир  Әсләмовтар ғаиләһе ҡар һындар  яһап,  Яңы йыл кәйефе өләшә.

Байрам кәйефе бүләк итәләрБайрам кәйефе бүләк итәләр
Байрам кәйефе бүләк итәләр

Шишмә-Үрәкәй ауылында  йәшәүсе Люда һәм Зинфир  Әсләмовтар ғаиләһе ҡар һындар  яһап,  Яңы йыл кәйефе өләшә.

Шишмә-Үрәкәй ауылында йәшәүсе Люда һәм Зинфир Әсләмовтарҙың йорто  әллә ҡайҙан үҙенә иғтибарҙы тартып, саҡырып тора. Уңған хужа ҡыҙы вероника менән бергәләп йорт алдарына матур итеп ҡарҙан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, 2025 йыл символы булған йәшел Йылан һынын да  яһап ҡуйған, йорттарын да төрлө төҫтәрҙә емелдәп яныусы гирлянда менән биҙәгән.

Яңы йыл кәйефе  бүләк итеүсе  йорт алдына килеп, Ҡыш бабай  һәм Ҡарһылыу янында фотоға төшөүселәр ҙә бихисап. Улар  ижади күңелле, тырыш, егәрле ғаиләгә рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен еткереп китә.

“Әсләмовтар бик тырыш, әүҙем ғаилә. Ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған сараларҙа ла ҡатнаша, кәрәк саҡта уларҙы ойошторорға ла ярҙам итә. Күп итеп мал, ҡош-ҡорт  ҡарайҙар”, - тип хәбәр итте ауыл мәҙәниәт йортонда эшләүсе Шәмғүнә Ғалимхан ҡыҙы  Зыятдинова.

 Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, барығыҙҙы ла яҡынлашып килеүсе Яңы 2025 йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!  Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, балалар шатлығы, эшегеҙҙә уңыштар һәм иң мөһиме — илебеҙҙә тыныслыҡ булыуын, МХО -лағы яугирҙарҙың иҫән-һау Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

 

Байрам кәйефе бүләк итәләр
Байрам кәйефе бүләк итәләр
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас