Республикабыҙҙа өр-яңы телеканал эшләй башлай, ул “Сәнғәт” тип аталасаҡ. Яңы проект Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтенә арнала. Был хаҡта ваҡытлыса эш төркөмө – БР Йәмәғәт палатаһының Рәсәйҙәге традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен тормошҡа ашырыу комиссияһы ултырышында билдәле булды, тип хәбәр итә Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңы телеканал Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды грантына төҙөлә. Аҡсалата ярҙам алыу мөмкинлеген БР Заманса драматургия һәм режиссура үҙәге менән “Башҡортостан” киностудияһы яулаған.
Хәҙерге драматургия һәм режиссура үҙәгенең художество етәксеһе Зиннур Сөләймәнов:
– Яңы телеканалдың эшмәкәрлеге Президенттың мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға бәйле указына нигеҙләнәсәк. Яңы йыл башында контент йыйыу менән әүҙем шөғөлләнергә лә тест рәүешендә эшләтеп ҡарарға йыйынабыҙ. Каналды кабель телевидениеһы, интернет аша социаль селтәрҙәрҙә лә ҡарап булыр. Рәсми асыу 2025 йылда көтөлә, анығыраҡ итеп тағы хәбәр итербеҙ, – тип асыҡлай.
Канал Башҡортостанда үткән мәҙәни ваҡиғаларға, сараларға арнала. Бында профессиональ коллективтар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә күрһәтелергә, шул иҫәптән мәҙәни, тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең эше лә иғтибарһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш. Илһөйәрлеккә бәйле тапшырыуҙар ҙа көтөлә.
Сығанаҡ: БР Мәҙәниәт министрлығы (culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/...)