Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Декабрь 2024, 05:45

Асҡын уҡыусылары — Өфөлә Шыршы байрамында

Бөгөн, 25 декабрҙә, Өфөлә  Башҡортостан Башлығының  Шыршы байрамы уҙа.

Асҡын уҡыусылары — Өфөлә Шыршы байрамындаАсҡын уҡыусылары — Өфөлә Шыршы байрамында
Асҡын уҡыусылары — Өфөлә Шыршы байрамында

 

«Башкортостан»  дәүләт концерт залында  барған сарала  махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре ҡатнаша. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, етемдәр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле уҡыусылар саҡырылған.

Асҡын районынан республиканың төп Шыршы байрамында  Урмияҙ урта мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфирә  Риваль ҡыҙы Ғәлимйәнова етәкселегендә  дүрт уҡыусы ҡатнаша. Улар -  Асҡын 1-се урта мәктәбенән уҡыу алдынғыһы, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы 6-сы класс уҡыусыһы  Рәдим Хәжимәрҙәнов, Асҡын 2-се урта мәктәбенән  уҡыу алдынғыһы, олимпиадалар еңеүсеһе, 10-сы класс уҡыусыһы Ралина Ғайсина,  Ҡашҡа урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле үҫмер Азат Әхмәҙишин,  Урмияҙ урта мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы, МХОла ҡатнашыусы яугир ҡыҙы Гөлназ Дихина.  

 Уҡыусыларға төп Шыршы байрамында  күңелле ял итеп, яҡшы кәйеф һәм бай тәьҫораттар алып, иҫән-имен йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

 Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас