Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Декабрь , 21:30

Ҡар һындар ауылға йәм биреп тора

Ҡубияҙ мәктәбе уҡыусылары ҡарҙан  төрлө һындар яһап, Яңы йыл ҡаласығы төҙөгән. Афариндар!

Ҡар һындар ауылға йәм биреп тора
Ҡар һындар ауылға йәм биреп тора

 

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалған мәлдә Ҡубияҙ мәктәбенең 6-сы,  8-се, 9-сы, 10-сы, 11-се класс уҡыусылары класс етәкселәре менән    бергә ауыл Мәҙәниәт йорто алдында Яңы йыл ҡаласығын әҙерләүҙә ҡатнаша. Һәр класс үҙенә  айырым бер һын алып, шуны ҡарҙан эшләп, сағыу төҫтәргә буяп ҡуя.

Уҡыусыларға ҡарҙан һындар эшләргә  оҫта ҡуллы уҡытыусылар –Мөзәмил Мөхәмәтдин улы Солтаншин менән Рәфис  Миңлегәрәй улы  Ибраһимов ярҙам итә.

Мәҙәниәт йорто алдынан урын алған Шыршы янына байрам яҡынлашыуын күрһәтеп торған сәғәт, 2025 йыл симолы  - Йылан, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, шулай уҡ Ҡуян, Маймыл, Юлбарыҫ  һәм Ташбаҡа урын алған. Сағыу төҫтәргә буятылған ҡар һындар әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп, үҙенә саҡырып тора.

Матурлыҡ өләшеүсе был ҡаласыҡты эшләүҙе  инглиз теле уҡытыусыһы Рәзифә Аснаф ҡыҙы Ғайфуллина менән ауыл мәҙәниәт йорто методисы Зәлфирә   Ғаяз ҡыҙы Фәтихова ойоштора.

 Әйткәндәй,  26 декабрҙә  Яңы йыл ҡаласығында Шыршы байрамы үткәрелә.

Наилә Имаева.

 

Ҡар һындар ауылға йәм биреп тора
Ҡар һындар ауылға йәм биреп тора
Ҡар һындар ауылға йәм биреп тора
Ҡар һындар ауылға йәм биреп тора
Ҡар һындар ауылға йәм биреп тора
Читайте нас: