Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан районыбыҙҙан ғына түгел, Мишкә, Балтас, Борай, Бөрө райондарынан да ит, һөт һәм башҡа ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр, төрлө тоҙланмалар, ҡайнатмалар әҙерләүсе уңғандар һатыуға үҙ продукцияһын сығарғайны.
Иттең ниндәйе генә юҡ! Ҡаҙ, тауыҡ, үрҙәк, һыйыр, ат, сусҡа итенең йәнең теләгәнен һайлап алырға була. Бөрө ҡалаһынан килеүсе йүнселдәр балыҡтың да төрлөһөн тәҡдим итте. Һөт ризыҡтары ла киң ассортиментта ине.
Килегеҙ, күрегеҙ, һатып алығыҙ!
Наилә Имаева.