Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь , 11:00

Халыҡ яҙыусыһының исеме мәгеләштерелде

Өфө ҡалаһының 48-се Башҡорт лицейына Ноғман Мусин исеме бирелде.      

Халыҡ яҙыусыһының исеме мәгеләштерелде
Халыҡ яҙыусыһының исеме мәгеләштерелде

Был туралағы ҡарарға Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. 

Яҙыусының исемен мәңгеләштереү буйынса эш яҙыусының вафатнына һуң, 2022 йылда уҡ, билдәле тележурналист, уның яҡын туғаны Уйылдан Ғалин тарафынан башланғайны. 
Иң беренсе булып Ноғман Мусин йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ астырҙы. Шунда уҡ 48 башҡорт лицейына халыҡ яҙыусыһының исемен бирҙереүҙе юлланы, хатта ошо мәктәптә буласаҡ музейҙың макетын эшләтеп ҡуйғайны. Әҙиптең эш кабинетындағы китапханаһын, шәхси әйберҙәрен дә ошо мәктәптең буласаҡ музей бүлмәһенә күсертеп ҡуйҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Уйылдан Ғалин әлеге ваҡытта бабаһының исеме рәсми рәүештә мәктәпкә бирелеүен күрә алманы - үҙе лә мәрхүм булды. Уның был эшен Башҡортостан Яҙыусылар Союзы аҙағына тиклем алып барып еткерҙе.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-12-07/haly-ya-yusy-yny-iseme-m-gel-shterelde-4042591
Читайте нас: