Башҡортостан Башлығы, комиссияны алданыраҡ булдырырға кәрәк ине, сөнки был бик дөрөҫ ҡарар булды, бөгөн иһә эштең һөҙөмтәһе бар, тип билдәләне:
- Комиссия ярҙамында бөгөн республикала ер аҫты байлыҡтарын вәхшиҙәрсә эшкәртеүгә ҡаршы системалы эш алып барыла. Комиссия бөтә ведомстволарҙы ла берләштерә, шуның арҡаһында, мәҫәлән, суд аша "Граф" һәм "Таналыҡ" кеүек намыҫһыҙ компанияларҙың лицензияларын тартып алыу мөмкин булды. Әлегә Башҡортостан хөкүмәте инициативаһы буйынса алтын сығарыуға яңы лицензиялар бирелмәй.
Ҡырмыҫҡалы районын ҡаҙып бөттөләр... Әлбиттә, ҡом кәрәк, әммә уны бүленгән урында ғына ҡаҙып алыу зарур. Бынан тыш, улар үҙ транспортына ҡомдо ныҡ күп тейәмәһендәр ине, сөнки юлдарҙы юҡҡа сығаралар.
Комиссия бындай ойошмалар менән артабан да көрәшәсәк. Беҙ күп нәмәгә өлгәштек һәм, минеңсә, был эште дауам итергә кәрәк.
Азат Баҙранов был комиссияның етәксеһе булып ҡала, ул шул иҫәптән башҡа файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу мәсьәләләре менән дә шөғөлләнәсәк.
Фото: "Башинформ".