Башҡортостан Башлығына тура эфирға бирелгән һорауҙар араһында сәйәсиҙәре лә байтаҡ. Мәҫәлән, бер юлы ике журналист яңы Хөкүмәт формалашыуы һәм Премьер-министр вазифаһы тураһында һораны. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта бөтә министрҙар ҙа “вазифа башҡарыусы” булараҡ эшләй.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда бер ниндәй ҙә власть вакуумы юҡ. Башҡортостан Башлығы аңлатыуынса, ҙур булмаған нескәлектәр бар. Атап әйткәндә, хәҙер министрҙарҙың күбеһе, ҡануниәткә ярашлы, оҡшаш федераль министрлыҡтарҙа килешеү процедураһын үтә. Хөкүмәттең яңы составында улар барыһы ла тиерлек үҙ эштәрен дауам итәсәк, сөнки ҡуйылған бурыстарҙы үтәйҙәр.
“Саҡ ҡына сабыр итегеҙ. Тиҙҙән хөкүмәттең яңы составы раҫлана”, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.
Андрей Назаров тураһында яуап биреп, ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһында эшен дауам итәсәк, уның бының өсөн көсө лә, теләге лә бар, тине.
“Хөкүмәт, минеңсә, ҡуйылған бурыстарҙы һәйбәт үтәй. Уларға ғәҙәти булмаған шарттарҙа эшләргә һәм саҡырыуҙарға яуап бирергә тура килде. Андрей Геннадьевичҡа эше өсөн рәхмәтлемен. Беҙ уның эшен дауам итеүе тураһында һөйләшеп килештек. Уның энергияһы, теләге һәм тәжрибәһе ҙур”, - тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Кадрҙарға бәйле тәүге бер һорау, МХО ветерандарына арналды. Радий Хәбиров, республиканың бурысы – хәрби хеҙмәткәрҙәргә тыныс тормошҡа ҡайтҡас социалләшеүҙә ярҙам итеү, тине.
– Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса эш әлеге ваҡытта бик көнүҙәк түгел, әммә беҙҙең алда хәрбиҙәргә тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡандан һуң социалләшергә ярҙам итеү кеүек бик мөһим бурыс тора. Граждандарҙы ҡайтанан уҡытыу буйынса федераль программа бар, был маҡсатҡа йыл һайын 700 миллиондан 1 миллиард һумға тиклем аҡса бүленә. Был программала ҡатнашыусылар яңы һөнәр үҙләштерә ала.
МХО-ла ҡатнашыусылар республикаға ҡайтҡандан һуң идара итеү системаһында эшләй ала, тип билдәләне Радий Хәбиров.
– Бөгөн МХО ветерандары депутаттар булараҡ һайлана, беҙҙең бер нисә районда махсус операцияла ҡатнашыусылар ауыл советы башлығы итеп тәғәйенләнде. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәр “Ватанды һаҡлаусылар” фондына бара, координатор булып эшләй. Яңыраҡ бер яугиргә республика Башлығы хакимиәтенә эшкә урынлашырға тәҡдим иттем. Шуныһы мөһим: уларҙың донъяға ҡарашы үҙгәрә, улар ҙур тормош тәжрибәһен ала, сабыр булып китә. Бына ошо сифаттар бик файҙалы буласаҡ.
Фото: "Башинформ".