Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2 ноябрҙә поликлиникалар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй, табипты, шул иҫәптән ашығыс ярҙамды киске 7-гә тиклем саҡыртырға мөмкин.
3 ноябрь – ял көнө.
4 ноябрҙә – шәмбе графигы буйынса – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә хәтлем. Табипты өйгә саҡыртыу – көндөҙгө 4-кә тиклем.
Сығанаҡ: "Башинформ".
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-10-30/bayram-k-nd-rend-poliklinikalar-nisek-eshl-y-3988744