Мишкә районының Оло Сухояз ауылында иртәнге сәғәт дүрттә ҡурҡыныс янғын сыҡҡан. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының йорто янып киткән. Күршеләре Евгений Янышев иң беренсе булып соландағы утты күреп ҡалған. Ул биҙрәләр менән йортҡа барған һәм ҡысҡырып күршеләрен уятырға тотонған.
Евгенийҙың ярҙамы менән 15, 9 һәм 5 йәштәрҙәге өс ҡыҙ баланың ғүмере ҡотҡарылған. Янғын сыҡҡан ваҡытта балалар өйҙә яңғыҙы булған. Ваҡиға урынына килеп еткән янғын һүндереүселәр утты тиҙ арала һүндергән. Йортта янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал да булған, әммә Евгений утты алданыраҡ абайлап ҡалған.
Афарин, изге күңелле егет!
Автор:Инсаф Хужабирганов
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-09-21/shunday-a-izge-k-elle-keshel-r-bula-3939912?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816