Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь , 11:00

Күп балалы ғаиләләргә — яңы танытмалар

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә яңы өлгөләге танытмалар бирә башлағандар.    

Күп балалы ғаиләләргә — яңы танытмалар
Күп балалы ғаиләләргә — яңы танытмалар

 Иң беренсе булып  бындай танытмаларҙы Өфөнән күп балалы ғаиләләр Абдуллиндар менән Маскуловтар алды.   Ғаиләләр был танытманы төбәк ярҙам сараларын файҙаланғанда ғына түгел, федераль ярҙам алғанда ла ҡуллана ла. Мәҫәлән, музейҙарға, күргәҙмәләргә, ял һәм мәҙәниәт парктарына йөрөгәндә...

Яңы өлгөләге танытманы Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә, Күп функциялы үҙәктәрҙә алырға йәки Дәүләт порталы аша ғариза бирергә мөмкин. Ғариза биргәндә 18 йәштән оло балаларының көндөҙгө бүлектә уҡыуы тураһында уҡыу йортонан белешмә (справка) кәрәк,  шулай уҡ ата-әсәнең 3х4 ҙурлығындағы фотоһы ла мотлаҡ. Әгәр ҙә ғаиләнең быға тиклем танытмаһы булған икән, ул яңыһына алмаштырғансы тиклем ғәмәлдә ҡала.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-09-20/k-p-balaly-ail-l-rg-ya-y-tanytmalar-3939245
Автор:
Читайте нас: