Икене йыл рәттән юғары инфляцияға бәйле, Дәүләт Думаһы депутаттары пенсионерҙарға 13-сө пенсия түләргә тәҡдим итте.
- Бөгөн пенсия взностары һаҡланған база киңәйтелде, Социаль фонд бюджетына өҫтәмә аҡса бүленде. Закон проектын әҙерләйбеҙ. Киләһе йылға түләү мөмкинлеген ҡараясаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта 13-сө пенсия эшләп йөрөгән пенсионерҙарға ла түләнәсәк, - тип белдерҙе РФ Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе Ярослав Нилов.
Буласаҡ өҫтәмә түләүҙең суммаһы әлегә билдәле түгел.
- 2020 йылда хөкүмәт тарафынан кире ҡағылған тәүге закон проектында пенсионерға үҙенең алған пенсияһы күләмендә өҫтәмә түләү биреү тәҡдим ителгәйне. Хәҙер бөтә пенсионерҙарға ла бер үк түләү биреү ҡарала. Ул йәшәү минимумы күрһәткесенән кәм булмаҫҡа тейеш, - тине Нилов.