Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь , 18:00

Йәштәр көнөндә хәмер һатыу тыйыла

Башҡортостан парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 29 июндә Йәштәр көнө билдәләнә, шуға бәйле республикала ул көндә алкоголь һатыу тыйыла.        

Йәштәр көнөндә хәмер һатыу тыйыла
Йәштәр көнөндә хәмер һатыу тыйыла

Башҡортостан парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 29 июндә Йәштәр көнө билдәләнә, шуға бәйле республикала ул көндә алкоголь һатыу тыйыла.

«Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшкәрмәкәрлекте көйләү тураһында» законға ярашлы, Йәштәр көнөндә алкоголь продукцияһын һатыу рөхсәт ителмәй. 2022 йылға тиклем байрам 27 июндә үткәрелә ине, ләкин 2023 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин уның көнөн үҙгәртергә ҡушты. Хәҙер Рәсәйҙә Йәштәр көнөн йәйҙең беренсе айының һуңғы шәмбеһендә билдәләйҙәр», – тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Тыйыу ресторан-кафеларға ҡағылмай. Улар ғәҙәттәгесә эшләй.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас: