Ғәҙәти датчиктан айырмалы рәүештә, ул ғәҙәттән тыш хәл осрағында сигналды бер юлы дүрт адресҡа ебәрә: опека органдарына, ашығыс хеҙмәттәргә һәм башҡаларға. Шулай итеп, хәрәкәте сикләнгән граждандарҙың янғындан ҡотолоу мөмкинлеге арта.
«Беҙҙең төп бурыс — кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау», – тип был яңылыҡҡа аңлатма бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. Шул уҡ ваҡытта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов янғын иҫкәрткестең ишетеү, күреү һәм терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған инвалидтарға биреләсәген хәбәр итте.
Пилот проекты Благовещен, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарын үҙ эсенә ала, ә тиҙҙән проектҡа Тәтешле районы ла ҡушыласаҡ.