Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Бурдюк бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа яңы ставкаларҙы иғлан итте.
Республика буйынса электр һәм «зәңгәр яғыулыҡ» менән тәьмин итеү өсөн берҙәм кимәл билдәләнгән, башҡа ресурстар буйынса — һәр тәьмин итеүсе айырым хаҡ ҡуя.
Электр энергияһы 35 тингә ҡиммәтләнә, киловатт-сәғәтенә бөтәһе 4,36 һум.
Газ 96 тингә арта, 1 кубометры – 9,5 һум була.
Өфө өсөн 1 кубометр һалҡын һыу 3,88 һумға ҡиммәтерәк буласаҡ (35,11 һум).
Сүп-сар сығарған өсөн (ТКО) Өфөлә хаҡ 8 һумға арта , һәр кеше өсөн 97,89 һум түләргә .