Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль , 12:00

Инвалидтарҙы реабилитациялауға – сертификаттар

Республикабыҙҙа йыл һайын 18 йәштән өлкәнерәк инвалидтарҙы реабилитациялауға 1700-ҙән ашыу сертификат биреләсәк. 

Инвалидтарҙы реабилитациялауға – сертификаттар
Инвалидтарҙы реабилитациялауға – сертификаттар

Республикабыҙҙа йыл һайын 18 йәштән өлкәнерәк инвалидтарҙы реабилитациялауға 1700-ҙән ашыу сертификат биреләсәк. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында билдәләп үтелде.

– 2024 йыл республикабыҙҙа Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Шул айҡанлы киң саралар планы раҫланды, – тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

Ул республика Башлығының 18 йәштән өлкән инвалидтарға өҫтәмә ярҙам сараһы индереү – реабилитацияға сертификаттар биреү тураһында ҡарар ҡабул итеүен әйтеп үтте. Андрей Назаров бер кешегә иҫәпләнгән сертификатҡа 52,5 мең һум һалыныуын, йыл һайын был ярҙам төрө 1700-ҙән ашыу кешегә күрһәтеләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: