Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль , 14:00

"Халиҡов уҡыуҙары"нда ҡатнашығыҙ

24 мартта  Бүздәк районында VII  Халиҡов уҡыуҙары республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.      

"Халиҡов уҡыуҙары"нда ҡатнашығыҙ
"Халиҡов уҡыуҙары"нда ҡатнашығыҙ

Ошо турала Бүздәк районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Мостафинаға  бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.

– Зилә Рауил ҡыҙы, Халиҡов уҡыуҙары быйыл ниндәй маҡсаттар менән һәм нисәнсе тапҡыр үткәрелә?

– Тыуған илебеҙҙең, республикабыҙҙың тарихын, халҡыбыҙҙың милли йолаларын өйрәнеү, һәләтле балаларҙы асыҡлау, патриотик тәрбиә биреү маҡсатында Халиҡов уҡыуҙарын етенсе тапҡыр үткәрергә йыйынабыҙ.

– Ниндәй темаларға эштәр ҡабул итәһегеҙ?

– Билдәле булыуынса быйыл республикабыҙ, илебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған күп кенә шәхестәрҙең юбилей даталары. Ризаитдин Фәхретдинов, Таһир Күсимов, Миңлеғәле Шайморатов, Александр Матросов, Муллайән Халиҡов, Раил Кузеевтарға бағышланған, “Һуғыш тарихы минең ғаиләм күҙҙәре менән”, “Улар Ленинградты яҡланы”,  “Ғаиләм тарихы”тигән номинациялар иғлан иттек.

 Ә кроссворд төҙөргә яратыусылар Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналған эштәрен  ебәрә ала.

– Фәнни-ғәмәли конференция, белеүемсә, Һеҙҙең тәҡдим менән үткәрелә башлаған. Быға нимә этәргес булды?

– Уҡыусыларым менән дә, үҙемә лә төрлө конференцияларҙа йөрөргә тура килде. Шулай бай ғына тәжрибә туплағас, яҡташыбыҙ, Бүздәк районы ерлегендә тыуған, Башҡорт автономияһын төҙөүсе лидерҙарҙың береһе булған М.Халиҡовҡа  бағышланған конкурсты ойоштороуҙы кәрәк һәм мөһим тип таптым. Һәм 2019 йылда Башҡорт АССР ның төҙөлөүенә 100 йыл тулыуҙы  билдәләгәндә Башҡорт дәүләт университеты һәм Бөтә донъя башҡорттары  ҡоролтайы менән берлектә Бүздәк урта мәктәбе базаһында  беренсе Халиҡов уҡыуҙарын үткәрҙек. Һуңғы йылдарҙа конференцияны Мәғариф һәм фән министрлығы етәкселегендә ойошторабыҙ.

– Ниндәй эштәргә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

– Үҙенсәлекле, положение талаптарына тулыһынса тура килгән эштәрҙең авторҙарын йомғаҡлау этабына саҡырабыҙ. Уҙған йылда республиканың төрлө төбәктәренән 492 эш ҡабул иттек, 147-һе еңеүсе һәм призер булды. Айырыуса Әлшәй, Ейәнсура, Федоровка, Дүртөйлө, Дәүләкән райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан күптәр ҡатнашты.

– Зилә Рауил ҡыҙы, конференцияла ҡатнашырға теләүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– Ҡәҙерле уҡыусылар, тарихыбыҙға, күренекле шәхестәребеҙгә бағышланған тикшеренеү эштәре башҡарһағыҙ, беҙгә ебәрегеҙ. Уңыштар теләйем! Тәүге этап  7 мартҡа тиклем дауам итә.

– Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт!

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА һөйләште,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Илеш районы,

Исәмәт мәктәбе.

https://yanshishma.com/attachments/0095a1bd876e8ecf015c6cc2d03f1f080f9184aa/store/84d5b232ab04af1f8f89c7a4f590b0110b3d2dd9f196501de553d8ad061f/Положение.+Халиковские+чтения.pdf

Читайте нас: