Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль , 09:40

Асҡын телһөйәрҙәре йәнә һөйөндөрҙө!

Стәрлетамаҡта "XVI Кейекбаев уҡыуҙары"  ғилми-ғәмәли республика конференцияһы  үтте.

Асҡын телһөйәрҙәре йәнә һөйөндөрҙө!
Асҡын телһөйәрҙәре йәнә һөйөндөрҙө!

 

Районыбыҙҙан был мәртәбәле сарала Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.

“Тыуған яҡты өйрәнеү һәм Башҡортостан тарихы буйынса проект эштәре һәм  ғилми тикшеренеү” номинацияһында үҙҙәренең йәш төркөмөндә

10А класы уҡыусыһы Диана Әхмәрова (етәксеһе А. Хәтмуллина) – 2-се дәрәжә диплом,

5Б класы уҡыусыһы Камила Ғүмәрова һәм  6А класы уҡыусыһы Раян Сәйетов ( етәксеһе Г. Сәйетова) – 3-сө дәрәжә диплом менән бүләкләнә.

Инглиз теленән ғилми-ғәмәли һәм  проект эштәре  секцияһында  4В класы уҡыусыһы, "Bright" үҫеш студияһы тәрбиәләнеүсеһе  Яҙгөл Абрарова (етәксеһе Л.Вәлинурова) 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ була.

Телһөйәр уҡыусыларҙы һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы сираттағы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!  Уларға киләсәктә лә тик уңыштар теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

Асҡын телһөйәрҙәре йәнә һөйөндөрҙө!
Асҡын телһөйәрҙәре йәнә һөйөндөрҙө!
Асҡын телһөйәрҙәре йәнә һөйөндөрҙө!
Читайте нас: