Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль , 15:00

Асҡындар Өфөлә тантаналы сарала ҡатнашты

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулыу уңайынан тантаналы сара уҙҙы.  

Асҡындар Өфөлә тантаналы сарала ҡатнашты
Асҡындар Өфөлә тантаналы сарала ҡатнашты

15 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 35 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты. Республика етәксеһе локаль хәрби низағтарҙа һәләк булған Башҡортостан кешеләре хөрмәтенә “Ҡайғырыусы әсә” мемориалына сәскә һалды.

Тантанала республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, дәүләт власы органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, ветерандар ойошмалары һәм йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Асҡын районынан был сарала яугир –интернационалистар Азат Әхмәтйәнов,  Ғәбдрәшит Нурғәлиев,  Радик Сәмиғуллин,  Йәүхәт  Шәйәхмәтов, Илшат Ғәлләмов, Рөстәм Хәмидуллин ҡатнашты.

Тантаналы концерт сиктәрендә Йәүхәт Раил улы   “Афғанстан” йыры менән сығыш яһап, тамашасылар һөйөүен яуланы.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм сарала ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Наилә Имаева.

 

Асҡындар Өфөлә тантаналы сарала ҡатнашты
Асҡындар Өфөлә тантаналы сарала ҡатнашты
Асҡындар Өфөлә тантаналы сарала ҡатнашты
Асҡындар Өфөлә тантаналы сарала ҡатнашты
Читайте нас: