Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль , 13:00

Ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ! Хөрмәтләйбеҙ!

Бөгөн Ҡышлауйылға ауылында  Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулыуға арналған  тантаналы митинг үтте.

Ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ! Хөрмәтләйбеҙ!
Ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ! Хөрмәтләйбеҙ!

“Тантаналы сарала Ҡышлауйылға ауыл биләмәһе башлығы Илфат Ғатин, Афған яуын үтеп, имен-һау тыуған еренә ҡайтҡан ветеран Ильяс Фәхрисламов,   урындағы мәктәп директоры Земфира Суфиярова,  уҡытыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты .Улар    Тыуған илебеҙ өсөн баштарын һалған яугирҙарҙы иҫкә алып,  обелискка сәскәләр һалды.

Илфат Хәлфәт улы  яугир-ветерандар хаҡында һәм бөгөн илебеҙ тыныслығын һаҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар  һәм  уларҙың батырлығы тураһында һөйләне. Ололарҙы ла, балаларҙы ла  уларҙы онотмаҫҡа,  яугирҙарҙың ғаиләләренә, ата-әсәһенә иғтибарлы  булырға, ярҙам итергә саҡырҙы.

Земфира Равиль ҡыҙы   яугир ветерандарыбыҙҙың йәш быуынға һәр саҡ өлгө булыуын, улар менән ғорурланыуҙарын һәм яу юлдарын балалар менән өйрәнеүҙәре хаҡында  бәйән итте.

18 генә йәшендә Афған һуғышына эләккән яугир-интернационалист Ильяс Рамазан улы  хәрби дуҫлыҡ, совет һалдаттарының ҡаһарманлығы хаҡында һөйләне. Ул  йәш быуынды яҡшы уҡырға, спорт менән дуҫ булырға, тормошто яратырға, Ватанды һөйөргә һәм уның тоғро улдары, лайыҡлы һаҡсылары булырға саҡырҙы”, - тип хәбәр итте Ҡышлауйылға мәктәбе уҡытыусыһы  Наилә Ғилемшина.

 

 

Наилә Имаева.

Ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ! Хөрмәтләйбеҙ!
Ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ! Хөрмәтләйбеҙ!
Ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ! Хөрмәтләйбеҙ!
Ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ! Хөрмәтләйбеҙ!
Читайте нас: