Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль , 21:10

Оноторға һәм онотторорға ярамай

 Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 35 йыл тулыуға арнап, Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә тантаналы сара үтә.

Оноторға һәм онотторорға ярамай
Оноторға һәм онотторорға ярамай

 

Афған тигән һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдына ХХ быуаттың иң оҙайлы һәм ҡан ҡойошло һуғыштарының береһе килеп баҫа. Күп йылдар үтһә лә, ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә күптәрҙең йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана.

Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә уҙған сара ла  илһөйәрлек, батырлыҡ рухтары менән һуғарыла.

Уҡыусылар менән осрашыуға ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов,  ҡом-ташлы Афғанстан ерендә утлы яу юлдары үткән яугир Риф  Ғафиев, район Советы депутаты Гөлфинә Исламова килә һәм сығыш яһай.

Мәктәп директоры Мансур Нуриәхмәтов барыһын да сәләмләп, был көндөң ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы хаҡында һөйләй, изге теләктәрен һәм фәһемле нәсихәттәрен еткерә.

Мәктәп уҡыусылары хөрмәтле ҡунаҡтарҙың сығыштарын тыңлап ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә шиғырҙар һөйләй, концерт номерҙарында ҡатнаша. 

Тантаналы линейканан һуң барыһы ла бергәләп Еңеү паркындағы мемориалға сәскәләр һалып,  Тыуған ил өсөн баштарын һалған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә ала.

Афған - илебеҙ тарихының әрнеүле, ҡайғылы бер бите. Күктәргә тейеп ултырған тауҙар араһында үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан яҙмыштар. Меңләгән үлемдәр күргән, меңләгән алданған һәм емерелгән хыялдар иле. Ауыр булһа ла был тарих битен хәтер һаҡлығы менән йыл да аса торабыҙ. Сөнки оноторға һәм онотторорға ярамай. Уларҙың яугирлығына, батырлығына, ҡаһарманлығына баш эйәйек.

Халыҡ хәтере иҫән булһын өсөн юбилей даталарҙы барлауҙан бигерәк, ошо ут эсенә ингән, ете ят ерҙә ғүмерҙәре өҙөлгән йәп-йәш егеттәребеҙҙе онотмау, уларҙың яҡындары кисергәнде аңлау мөһим – был беҙҙең бурыс.

Наилә Имаева.

 

 

Оноторға һәм онотторорға ярамай
Оноторға һәм онотторорға ярамай
Оноторға һәм онотторорға ярамай
Оноторға һәм онотторорға ярамай
Оноторға һәм онотторорға ярамай
Оноторға һәм онотторорға ярамай
Оноторға һәм онотторорға ярамай
Оноторға һәм онотторорға ярамай
Оноторға һәм онотторорға ярамай
Читайте нас: