Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль , 20:30

Конкурс көнө билдәле булды

Шарттарға ярашлы, 30 еңеүсегә махсус кубоктар тапшырыласаҡ.

Конкурс көнө билдәле булды
Конкурс көнө билдәле булды

Быйыл да “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы уҙғарыла. Конкурс шарттарына ярашлы, 30 еңеүсегә махсус кубоктар тапшырыласаҡ. Еңеүселәр иһә 10 номинацияла өсәр кеше билдәләнә:

➢ ”Милләт әсәһе” – уңышлы һәм өлгөлө балалар тәрбиәләгән күп балалы әсәләр араһында – билдәле ғалимдар, етәкселәр, спортсылар, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр;  Ватандың ысын илһөйәрҙәрен һәм Рәсәй Геройҙарын тәрбиәләгән әсәләр араһында;

➢ “Лидер” –Донбасс халҡына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнышыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан, йәмәғәт эшендә һәләтле ойоштороусы һәм маҡсатҡа ынтылышлы лидер итеп күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙар;

➢ “Мәҙәниәт” – мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында, уларҙың ижадында милли ҡиммәттәр, илһөйәрлек, Тыуған илгә һөйөү Һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының традицияларын һаҡлауға тос өлөш индергән гүзәл заттар;

➢ “Медицина хеҙмәткәре” – коронавирус пандемияһы ваҡытында һәм махсус хәрби операция биләмәһендә фиҙакәр хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙ табиптар араһында;

➢ “Ғалимә” – ғилми эшмәкәрҙәр, уларҙың тикшеренеү өлкәһе Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен, мәҙәниәтен, фольклорын һәм әҙәбиәтен өйрәнеүгә йүнәлтелгән гүзәл заттар араһында;

➢ “Педагог” – мәғариф өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән, уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында әүҙем тәрбиәләгән Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәр, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт уҡытыусылар араһында;

➢ “Бизнес-леди”  – неофашизмды еңеүгә үҙ өлөшөн индергән хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнгән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

➢ “Оҫтабикә” – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн үҙ әйберҙәрен хәрби хәрәкәттәр зонаһына ебәрәгән, халыҡ кәсептәрен һәм һөнәрҙәрен пропагандалаусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

➢ “Көмөш ирекмән” – әүҙем йәмәғәт эшен дауам иткән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткән һәм халыҡ араһында ихтирам менән файҙаланған 60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

➢ “Йәштәр лидеры” – ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәтендә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса ирекмәнлек эшмәкәрлегендә үҙен лидер итеп күрһәткән гүзәл заттар араһында (35 йәшкә тиклем).

Конкурстың финалы 2024 йылдың 1 мартында үтә.

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2024-02-15/konkurs-k-n-bild-le-buldy-3644707

Конкурс көнө билдәле булды
Конкурс көнө билдәле булды
Конкурс көнө билдәле булды
Конкурс көнө билдәле булды
Конкурс көнө билдәле булды
Конкурс көнө билдәле булды
Конкурс көнө билдәле булды
Конкурс көнө билдәле булды
Читайте нас: