Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Февраль 2024, 10:00

Яҙ иртә етә тип ҡыуанмағыҙ...

-26 градусҡа тиклем һыуыта. Ҡасан?

Яҙ иртә етә тип ҡыуанмағыҙ...Яҙ иртә етә тип ҡыуанмағыҙ...
Яҙ иртә етә тип ҡыуанмағыҙ...

Һуңғы көндәрҙә тышта ҡышҡа хас булмағанса йылытып, һауа температураһы “плюс”ҡа әйләнде. Ҡайһы берәүҙәр яҙ иртә килер ахыры, тип ҡыуана ла башлағайны, тик синоптиктар иҫкәртә: ҡыш әле дауам итә.

Алдағы көндәрҙә һыуыта. Бөгөн ҡар яуа, ул епшек ҡарға әйләнә. Көндөҙ көньяҡ райондарҙа көслө яуым-төшөм көтөлә. Сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырый, боҙлауыҡ була. Урыны менән буран, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 0, -5 градус.

9 февралдә төндә бер аҙ ҡар яуа, айырым райондарҙа - буран. Юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -10...-15 градус. Көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы -7...-12 градус.

10 февралдә Башҡортостанда бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -16...-21 градус, аяҙытҡанда -26-ға тиклем. Көндөҙ -12...-17 градус.

Нәсих Хәлисов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2024-02-08/b-g-n-r-s-y-f-n-k-n-bild-l-n-3635811
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас