Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Февраль 2024, 05:00

Әхәт Мортазинға лайыҡлы алмаш үҫә

Асҡын 2-се урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Динә  Солтанова  Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың 65 йыллығына арналған "Диктор тауышы" конкурсында 1-се урын яуланы.  

Әхәт Мортазинға лайыҡлы алмаш үҫәӘхәт Мортазинға лайыҡлы алмаш үҫә
Әхәт Мортазинға лайыҡлы алмаш үҫә


Учалы районының  мәғариф идаралығы  менән "Юлдаш" радиоһы быйыл бишенсе тапҡыр "Диктор тауышы" республика асыҡ конкурсын ойошторҙо. Ул танылған диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә арнала. Конкурсты ойоштороуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла булышлыҡ итә. Сараның маҡсаты – уҡыусы балалар араһында башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү.

Быйыл конкурста 80-дән ашыу эш ҡаралған. Ҡатнашыусылар яңылыҡтар уҡып ишеттергән, мәктәп тормошонан репортаж әҙерләгән. Ижади ярышта республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан, Силәбе өлкәһенән бихисап уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡарарға йөрьәт иткән. Эштәрҙең 45-е финалға сығып, абруйлы баһалама ағзалары улар араһынан 13 еңеүсене билдәләгән.

Ошо 13 еңеүсе араһында  Асҡын 2-се урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Динә  Солтанова  ла бар. Ул  мәртәбәле конкурста 1-се урын яуланы. Динәне ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға артабан да тик уңыштар теләйбеҙ!

Кисә  еңеүселәрҙе “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында тәбрикләнеләр. Артабан йәш таланттар өсөн "Тамыр" телеканалында оҫталыҡ дәрестәре булды, улар билдәле алып барыусылар менән осрашты, телеүҙәк буйлап экскурсияла йөрөнө. 

Наилә Имаева.

 

Әхәт Мортазинға лайыҡлы алмаш үҫә
Әхәт Мортазинға лайыҡлы алмаш үҫә
Әхәт Мортазинға лайыҡлы алмаш үҫә
Әхәт Мортазинға лайыҡлы алмаш үҫә
Әхәт Мортазинға лайыҡлы алмаш үҫә
Әхәт Мортазинға лайыҡлы алмаш үҫә
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас