Өфөлә “Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы” конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда ҡатнашыуға муниципалитеттарҙан 83 заявка бирелгән.
Комиссия төп шыршы урынлашҡан биләмәнең художестволы биҙәлешен, иллюминациялар ҡуйылышын, скульптура композицияларын, боҙҙан һәм ҡарҙан яһалған фигураларҙың ҡатмарлылығын баһалай.
Конкурс йомғаҡтары буйынса, “Ауыл биләмәләрендә иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы” номинацияһында өс еңеүсе билдәләнә: 1-се урын - Тәтешле, 2-се урын – Күгәрсен, 3-сө урын – Асҡын районы.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға дипломдар һәм аҡсалата приздар ҡаралған.
Наилә Имаева.