Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Февраль 2024, 11:00

Приз фонды артҡан

2024 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсының приз фонды 48 миллион һумға тиклем арттырыла.Финалға үткән ауылдар ҙа аҡсалата бүләк аласаҡ. 

Приз фонды артҡанПриз фонды артҡан
Приз фонды артҡан

2024 йылда «Айыҡ ауыл» конкурсының приз фонды 48 миллион һумға тиклем арттырыла.

Был хаҡта РФ Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова хәбәр итте.

– Конкурстың приз фонды быйылдан алып 8 миллион 400 мең һумға арта. Был бик ҡыуаныслы, сөнки ауылдарҙа төҙөкләндереү буйынса тағы ла күберәк эштәр башҡарыласаҡ, һәм халыҡ үҙ хеҙмәтенең һәм тырышлығының һөҙөмтәләрен күрәсәк, – тине ул.

Ауылдарҙа йәшәүселәр конкурста ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнаша. Уҙған йылдың 1 сентябренән 30 ноябренә тиклем үткән муниципаль этапта 1070 ауыл биләмәһе ҡатнашҡан. Республика этабына 52 тораҡ пункттан ғаризалар килгән.

Быйылдан башлап еңеүселәргә генә түгел, финалға сығыусыларға ла финанс ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе хәл ителгән. Республика этабында ҡатнашыусыларға ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә 200 мең һум премия тапшырыласаҡ. 25 апрелдә Өфөнөң «Торатау»конгресс-холында бәйгегә йомғаҡ яһаласаҡ.

  Әйткәндәй, биш йыл  үткәрелгән «Айыҡ ауыл» конкурсында  3 меңдән ашыу ауыл ҡатнашҡан.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-02-05/priz-fondy-art-an-3630667?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас