Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Февраль 2024, 07:00

"Ҡышҡы Шайморатов уйындары" башланды

3-нән 17 февралгә тиклем республикала Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов кубогына "Ҡышҡы Шайморатов уйындары" уҙа.

"Ҡышҡы Шайморатов уйындары" башланды"Ҡышҡы Шайморатов уйындары" башланды
"Ҡышҡы Шайморатов уйындары" башланды

Зона этабы 9 февралгә тиклем барасаҡ. Улар 1-се Республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһында, Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейында, Дәүләкән, Борай, Стәрлебаш, Йылайыр райондарында үткәрелә. 

Еңеүсе командалар республика этабында ҡатнаша. Ул викторинанан һәм хәрби-спорт уйындарынан торасаҡ. Йомғаҡлау этабында иһә шайморатовсылар йыр һәм строй конкурсында, спорт буйынса ярышасаҡ.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина

https://yanshishma.com/articles/sport/2024-02-03/ysh-y-shaymoratov-uyyndary-bashlandy-3629141?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=45440006

"Ҡышҡы Шайморатов уйындары" башланды
"Ҡышҡы Шайморатов уйындары" башланды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас