Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбендә хәҙер барыһы 31 “йәш армия”сы.
Тантаналы сарала «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең район штабы начальнигы Рөстәм Әбдрәхимов етәкселегендә районыбыҙҙың “йәш армия”сылары ҡатнашты.
Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында яугир-интернационалист Риф Тимерхан улы Ғәфиев, район Советы депутаты Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова, Асҡын районының маҡтаулы гражданины, мәғариф хеҙмәте ветераны Ансар Солтан улы Солтанов бар ине.
7 класс уҡыусылары «Йәш армия»сылар сафына инеп, уҡытыусылары, дуҫтары алдында Ватанға һәм йәш армиясылар туғанлығына тоғро булырға, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшергә, уҡыуҙа һәм спортта еңеүгә ынтылырға, Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көрәшкән батырҙар иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡларға, Рәсәйҙең патриоты һәм лайыҡлы гражданины булырға тантаналы ант бирҙе.
Наилә Имаева.