Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда республика халҡын 118 ял көнө көтә.
Киләһе оҙайлы ялдар — февралдә. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 23 февралдән 25-енә тиклем ял итәбеҙ.
2024 йылда ҡасан отпуск алыу яҡшыраҡ икән?
Эш көндәре күберәк булған айҙарҙа отпускыға сығырға кәрәк. 2024 йылда аҡса йәһәтенән июлдә (23 эш көнө), августа (22 эш көнө), шулай уҡ октябрҙә (23 эш көнө) отпуск алыу отошлораҡ. Ғинуарҙа (17 эш көнө) һәм июндә (19 эш көнө) лә мөмкин. Был отпуск аҡсаһын һәм эш хаҡын иҫәпләү үҙенсәлектәре менән бәйле.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-01-26/kil-e-ay-a-o-ayly-yaldar-k-t-3618107?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420