Синоптиктар февралдә Башҡортостанды ниндәй һауа торошо көтөүе хаҡында һөйләне.
Башҡортостанда ҡыштың һуңғы айы сағыштырмаса йылы була. Термометр бағанаһы -2, -9 градус тирәһе буласаҡ. 1 февралдән 10-на тиклем ҡар яуыуы көтөлә, 10 февралдән һуң ҡояшлы көндәр башлана, тип фаразлай синоптиктар.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда көндөҙгө температура -10, -19 градус тирәһе буласаҡ. Төнөн -21, -24 градусҡа тиклем һыуытасаҡ.
https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2024-01-28/sinoptiktar-bash-ortostanda-fevral-ayyna-aua-torosho-farazlany-3620351?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478