Ҡариҙел Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгенең "Сулпылар" бейеү һәм вокаль коллективтары, солистары “Талант ҡанаттары” проекты сиктәрендә халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнаша. Улар лайыҡлы сығыш яһап, мәртәбәле конкурстың лауреаттары һәм дипломанттары була.
Элиза Мөбәрәкова етәкләгән “Сулпылар” бейеү коллективы һәр ваҡыт дәртле һәм сағыу тамашалар әҙерләй. Уларҙа һәр бейеүсе үҙенең һәләттәрен аса. “Сулпылар”ҙың халыҡ-ара конкурста ҡатнашыуы уларҙың оҫталығын тағы ла бер дәлилләй.
Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәгенең Зилә Ҡотдосова һәм Ксения Тупицина етәкселегендәге солистары һәм вокаль коллективтары үҙҙәренең моңло тауышы һәм башҡарыу оҫталығы менән жюри ағзаларын һоҡландыра.
Йәш артистарыбыҙҙы һәм уларҙың етәкселәрен ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Сығанаҡ: https://vk.com/aidarshaydullin?from=search&w=wall519141188_8779