Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Ғинуар 2024, 15:57

Ете бүләктең бишәүһе «Йәшлек» кә яҙылғандарға!

Ноутбук, телевизор, туңдырғыс, ҡар таҙартыу техникаһы — былар барыһы ла беҙҙең уҡыусыларға.  

Ете бүләктең бишәүһе «Йәшлек» кә яҙылғандарға!Ете бүләктең бишәүһе «Йәшлек» кә яҙылғандарға!
Ете бүләктең бишәүһе «Йәшлек» кә яҙылғандарға!

 БСТ телеканалы эфирында республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды.

Бер юлы ике конкурс — «Яңы йыл подписка марафоны» һәм «Яҙыл да бүләк от» традицион конкурсы еңеүселәрен «Сәләм» тапшырыуы эфирында БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Елена Арямнова һәм «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто медиа директоры Ринат Шәйбәков билдәләне. 

Яҙылыусылар меңләгән квитанция ебәргән. Конкурста ҡатнашыу өсөн кәмендә бер район һәм республика баҫмаһына яҙылыу талап ителә ине.

Шулай итеп, телевизор «Йәшлек» һәм «Торатау» гәзиттәренә яҙылыусы Ишембай районына М. ҒАТАУЛЛИНАҒА юлланды.

Туңдырыу камераһы Стәрлетамаҡтан Ғ. Ҡорбанғәлиеваға эләкте, ул «Стерлитамакский рабочий» һәм «Кызыл таң» гәзиттәренә яҙылған. Ноутбукҡа Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан З. Үзәкина лайыҡ булды, ул «Йәшлек» һәм «Һаҡмар» гәзиттәрен алдыра.

Робот-пылесос Стәрлебаш районынан Д. Мусина исемле яҙылыусыға юлланды, «Стерлибашевские родники» һәм «Өмет» баҫмаларына яҙылған. Ҡар таҙартыу машинаһы Баймаҡтан В. Абдрахманов өлөшөнә төштө, уҡыусыбыҙ «Йәшлек»те һәм «Баймакский вестник»ты алдыра.

«Яңы йыл подписка марафоны» конкурсының бүләген — туңдырғысты — Ишембай районынан «Йәшлек» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» баҫмаларына яҙылған Ф. Заһиҙуллина отто. «Сәләм» тапшырыуы призын (пауэр банк) Ейәнсура районының Сирғол ауылынан В. Юлдашбаева эләктерҙе. Ул «Йәшлек» һәм «Ейәнсура таңдары»н уҡый.

Тоғро дуҫтарыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор:Инсаф Хужабирганов
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-01-29/ete-b-l-kte-bish-e-y-shlek-k-ya-yl-andar-a-3621968
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас