Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Ғинуар 2024, 15:10

Телһөйәр уҡыусыларыбыҙ призер булды

8-9 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы үтте.

Телһөйәр уҡыусыларыбыҙ призер булдыТелһөйәр уҡыусыларыбыҙ призер булды
Телһөйәр уҡыусыларыбыҙ призер булды

Олимпиадала республикабыҙҙың ҡала һәм район мәктәптәренән тыш, Татарстан Республикаһынан, күрше Силәбе, Һамар, Ырымбур өлкәләренән уҡыусылар ҡатнашты.

 Муниципаль этапты һәм һайлап алыу турын уңышлы үтеп, Асҡын районы намыҫын Асҡын 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Әхмәтғариф ҡыҙы Ғәйнелйәнова етәкселегендә  дүрт уҡыусы яҡланы:  Асҡын 1-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары Алһыу Миңлеғәлиева менән Әлмир  Хафизйәнов (уҡытыусылары Ләйсән Ғәйнелйәнова), Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы  Нургизә Рамазанова (уҡытыусыһы Вилена Фәтхетдинова), Ҡашҡа урта мәктәбенең  9-сы класс уҡыусыһы Салауат Хиләжетдинов (уҡытыусыһы Ирина Мәснәүиева).

Нургизә Рамазанова  менән Салауат Хиләжетдинов юғары һөҙөмтәләргә ирешеп, призер исеменә лайыҡ булды. Улар БР Мәғариф һәм  фән  министрлығының Дипломына һәм аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Алһыу Миңлеғәлиева менән Альмир Хафизйәнов та яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, сертификат менән бүләкләнде.

Уҡыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Афарин, уҡыусылар! Уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Наилә Имаева.

Телһөйәр уҡыусыларыбыҙ призер булды
Телһөйәр уҡыусыларыбыҙ призер булды
Телһөйәр уҡыусыларыбыҙ призер булды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас