Декрет ялындағы осор хеҙмәт стажына керәме? Был йылдар өсөн пенсия балдары нисек иҫәпләнә?
Рәсәй Президенты Владимир Путин имзалаған закон буйынса күп балалы әсәләр пенсияға ваҡытынан иртәрәк сыға ала. Өс бала табып, тәрбиәләп үҫтергәндәр икән – улар 57 йәш саҡта хаҡлы ялға сыға. 4 бала табыусылар – 56 йәштә, 5 һәм унан күберәк бала табыусылар 50 йәштән үк пенсия ала башларға мөмкин. Бының өсөн бөтә балалар ҙа 8 йәштән өлкәнерәк булырға, ә әсәнең хеҙмәт стажы 15 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Алыҫ Төньяҡта 12 йыл эшләп, дөйөм хеҙмәт стажы 20 йылдан да кәм булмаған ике балалы әсәләр шулай уҡ 50 йәш саҡта пенсияға сығырға мөмкин. Алыҫ Төньяҡҡа тиңләштерелгән райондарҙа эшләүселәр урындағы хеҙмәт стажы 17 йылға еткәс, шулай уҡ 50 йәштән хаҡлы ялға сығыу хоҡуғына эйә була.
1,5 йәшкә еткәнсе бала ҡарау ваҡыты әсәнең хеҙмәт стажына инә. Пенсия хисаплағанда шундай 4 осор, йәғни 6 йыл иҫәбенә алынырға мөмкин.
Бала тәрбиәләгән йылдар өсөн пенсия коэффициенттары ошолай иҫәпләнә:
Беренсе бала – 1,8 балл;
Икенсе бала – 3,6 балл;
Өсөнсө һәм дүртенсе бала – 5,4 балл.
Әгәр әсә кеше декрет ялы ваҡытында эшләгән икән, ул был йылдар өсөн пенсияны нисек иҫәпләргә кәрәклеген (эш ваҡыты итепме, әллә декрет ялы итепме), үҙе алдан уҡ хәл итергә тейеш.